2024 йылдың 9-11 октябрендә Башҡортостанда башҡорт теле буйынса онлайн-олимпиада үтәсәк.
Сентябрь 25, 2024
Просмотров: 283
2024 йылдың 9-11 октябрендә Башҡортостанда башҡорт теле буйынса онлайн-олимпиада үтәсәк. Ул икенсе йыл рәттән үткәрелә.
Ҡатнашыусылар өсөн төрлө кимәлдәге онлайн-тест һорауҙары әҙерләнгән:
- Башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн - башланғыс кимәл;
- Ирекле кимәл - башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;
- Башҡорт теленең диалекттары - башҡорт теленең диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусылар өсөн.
Тест һорауҙарына яуап биреү өсөн 9 октябрҙән 11 октябргә тиклем олимпиаданың сайтына (basholimpiada.ru) инеп теркәлеү үтергә кәрәк. Артабан өс кимәлдең береһен һайлап, 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирергә генә ҡала. Тест тамамланғас, һәр ҡатнашыусыға йыйылған балдар һаны менән сертификат тапшырыла. 100 баллға тиклем йыйыу мөмкинлеге бар.
Олимпиада тамамланғандан һуң сайтта белемде үҙ аллы тикшереү өсөн һорауҙарға дөрөҫ яуаптар ҡуйыласаҡ. Әгәр ҙә теркәлеү, тест үтеү йәки сертификат алыу, техник аспекттар буйынса ҡыйынлыҡтар тыуһа, +7(3472)46-58-24 телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин