21 февраль — Халыҡ-ара туған тел көнө!
Февраль 20, 2024
Просмотров: 335
"Туған тел – халыҡтың мәҙәниәтен, йолаларын һәм тарихын һаҡлау сараһы" темаһына тематик сәғәт
21 февраль — Халыҡ-ара туған тел көнө!
Һәр халыҡтың туған теле — ул, иң элек, уның мәҙәниәте, тарихи көҙгөһө. Раевка ауылы гимназияһында “Туған телем – иркә гөлөм” девизы аҫтында туған телдәр көнөнә арналған саралар үтә.
Бөгөн 5 класс уҡыусыларына Г. Юнысова исемендәге китапхана хеҙмәткәрҙәре Кирәева Альмира Хәйҙәр ҡыҙы, Расаева Юлиә Юсеф ҡыҙы "Туған тел – халыҡтың мәҙәниәтен, йолаларын һәм тарихын һаҡлау сараһы"темаһына тематик сәғәт үткәрҙеләр. Был сараны биҙәп мәғариф хеҙмәте ветераны Шәрипова Светлана Шамил ҡыҙы, хеҙмәт ветераны Мөхәмәҙиева Әлфина Ғәлимйән ҡыҙы ла килде. Улар туған тел тураһында шиғырҙар һөйләнеләр, балалар менән туған телдең ҡиммәте, баһаһы, кәрәклеге әңгәмә ҡорҙолар.
Уҡыусылар менән туған тел тураһында мәҡәлдәр ярышы үткәрелде. Балалар мәҡәлдәрҙең мәғәнәһе тураһында үҙҙәренең фекерҙәре менән бүлеште.
Кеше тормошонда туған телде белеү ҙур әһәмиәткә эйә. Ул һәр халыҡтың мәҙәниәтен, менталитетын, йолаларын һәм тарихын һаҡлай. Бындай төр саралар үткәреү уҡыусыларҙа туған телгә, тыуған илгә ҡарата хөрмәт, һөйөү тәрбиәләргә булышлыҡ итер тип уйлайбыҙ. “Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ – ҡәҙерле булыр”, ти халыҡ мәҡәле. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ ҡулында киләсәк. Киләсәгебеҙ яҡты, өмөтлө булһын.
#деньродногоязыка,
#тугантелкене,
#туғантелкөнө