1. Ученикам
  2. Новости
  3. “Рәми моңо йәшәй йөрәктә!”

“Рәми моңо йәшәй йөрәктә!”

Февраль 19, 2022 Просмотров: 49
“Рәми моңо йәшәй йөрәктә!”
Раевка ауылы гимназияһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуы айҡанлы Раевка ауылы гимназияһында “Рәми моңо йәшәй йөрәктә!” девизы аҫтында төрлө саралар үткәрелде. 
8 класс уҡыусылары өсөн “Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов” темаһына тематик дәрестәр үткәрелде.
7 Б класы уҡыусылары шағирҙың тормош юлы һәм ижады тураһында видеофильм ҡаранылар.
6 кластар өсөн “Рәми шиғриәт мәктәбе” исемле кластан тыш сара үткәрелде. Уҡыусылар Рәми Ғариповтың шиғырҙары менән таныштылар, шағирҙың үҙе башҡарыуында шиғырҙар тыңланылар. Сараның аҙағында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зарипова Р.Ш. Рәми Ғариповтың шиғырҙарын тасуири уҡыу буйынса мастер-класс үткәрҙе.
Шулай уҡ гимназия уҡыусылары Рәми Ғарипов ижадына бағышланған флешмобта ла ҡатнашты.