Раевка ауылы гимназияһында БАШҠОРТ ТЕЛЕ көнөнә ҡарата саралар башланды.

Декабрь 7, 2022 Просмотров: 22
Раевка ауылы гимназияһында БАШҠОРТ ТЕЛЕ көнөнә ҡарата саралар башланды. Бөгөнгө көн "Башҡорт теле - иманлы тел" девизы аҫтында үтте. 6 һәм 7 класс уҡыусылары өсөн мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулла һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ижады менән таныштылар, викторина үткәрелде. Шулай уҡ фойела "БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ" нә ҡарата мәғлүмәт мөйөшө булдырылды.